ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ
Хөрмәтле уҡыусы!
2011 йыл тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был хаҡта һеҙ ҡулығыҙға алған гәзиттең быйылғы һуңғы һаны ла һөйләй. Уның менән беҙ планда билдәләнгән, яҙылыу осоронда вәғәҙә иткән һандарҙы баҫыуҙы тамамланыҡ.
Бынан теүәл ун йыл элек, 2001 йылдың 27 декабрь иртәһендә, гәзиттең беренсе бите йыйылды. Ошо осор дауамында беҙ үҙ уҡыусыбыҙ менән 1512 тапҡыр осраштыҡ. Ул ваҡытта күптәр, бик күптәр, әсә телендәге баҫманың мөһимлеген аңлап та етмәгәндер, сөнки оҙайлы ваҡыт тәржемәлә уҡып өйрәнгән кеше гәзит мотлаҡ шулай булырға тейешлегенә күнегеп бөтәлер.
Бөгөн иһә һәр мәҡәлә, гәзит уҡыусыға аңлашыламы, тигән күҙлектән сығып әҙерләнә. Урыҫ телендә килгән материалдарҙы тәржемә итеп кенә ҡалмайбыҙ, уларҙы башҡортса яҙылғандар кимәленә еткерәбеҙ.
“Көнгәк” райондың ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни баҫмаһы сиктәрен уҙҙы. Киләһе йылға уның электрон вариантына яҙылыусылар һаны ғына ла йөҙгә яҡынлашты. Беҙҙе район биләмәһенән тыш, башҡалабыҙ Өфөлә, Украинала, Белоруссияла һәм Америка Ҡушма Штаттарында ла алдыралар. |
|
Подробнее...
|
|
БАЙРАМДА ЛА УЯУЛЫҠ КӘРӘК
Йылдың һуңғы эш аҙнаһы район Хакимиәте башлығы Малик Вахитов етәкселегендә оператив кәңәшмә менән башланды.
Малик шакир улы район-ҡала активын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, халыҡ тормошон артабан да яҡшыртыу эшмәкәрлегендә уңыш теләне.
2011 йылда район республикала алдынғылар муниципаль берәмектәр исемлегендә ҡалыуға иреште. Район етәксеһе уҙып барыусы йылдың төп йомғаҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алды - аграрийҙар бөтә культуранан да мул уңыш йыйҙы, сәнәғәт предприятиелары продукция етештереүҙе арттырҙы. Алдан күҙаллау буйынса йыл дауамында етештерелгән һәм һатылған продукция күләме 9 миллиард һум тәшкил итә. «Бөгөн - Яңы йыл байрамдары һәм ҡышҡы каникулдар осоронда хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү мәсьәләһе көнүҙәк, - тине Малик Шакир улы. - Улар айырым контролдә булырға тейеш, ошо маҡсатта предприятие, ойошма, йәмғиәт, ауыл биләмәләрендә байрам көндәрендә дежурлыҡ ойоштороу мотлаҡ». «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү һәм авария хеҙмәтенең был көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ итеүе, тиҙ һәм ойошҡанлы эшләүе мөһим. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалығы идарасы компанияһы етәкселеге, ауыл биләмәһе башлыҡтарына юл хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.
Район Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. |
|
ӨМӨТТӘР УЯНҒАН МӘЛ
Бәләкәстәрҙең генә түгел, ололарҙың да көтөп алған байрамы ул Яңы йыл. Йылдағыса Үҙәк майҙан биләмәһен ҡупшы кейенгән урман һылыуы биҙәй. Тәүлектең ҡараңғы мәлендә бында бигерәк тә матур - төрлө төҫлө гирлянда, лампочкалар әллә ҡайҙан үҙенә әйҙәй. Йыл символы Аждаһа мөләйем йылмая, уны уратып алған әкиәт персонаждары байрам түренә әйҙүкләй. Тиҙлек яратыусылар һағынып көткән тауҙан елдерә, боҙ ҡаласығында сәңгелдәк өйә, лабиринтта уйнай, иҫтәлеккә фотоға төшә. Уҡыу йылының ҡап уртаһы етеүгә ҡарамай, уҡыусылар иптәштәре менән тау ҡаласығында уйнарға ,күңел асырға ваҡыт таба. Иң күңелле, иң сағыу мәл ул Яңы йыл - күңелдә өмөт, ышаныс орлоғо һалынған, уянған осор. Бик тиҙҙән Кремль куранттары иҫке йылдың уңышлы тамамланыуын белдереп ун ике тапҡыр һуғыр һәм өр-яңы йыл башланыуы тураһында хәбәр итер. Рәфилә БИКЙӘНОВА.
Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА фотоһы.
|
|
Юбилейың менән, яратҡан гәзитем |
АЯҘ КӨНГӘ БАҠҠАН «КӨНГӘК»
Бынан бер тиҫтә йыл элек, 2011 йылдың 27 декабрендә, Сәйфулла Әмиров етәкселегендә бер төркөм энтузиастар, тыуған халҡыбыҙҙың үҙ телендә гәзит асыу ихтыяжын тәьмин итеү өсөн, ең һыҙғанып, оло эшкә тотондо. «Путь Октября» гәзите редакцияһынан бүленеп сыҡҡанда беҙҙең ике компьютерыбыҙ, береһе - текст йыйыу, икенсеһе - версткалау өсөн, бар ине. Өҫтәл, ултырғыстар район спорт бүлегенең беренсе ҡатында тороп ҡалған мебелдән ғибәрәт булды. Булған техниканы селтәргә, йәшен ҡайтарыу өсөн ергә тоташтырыу, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ойоштороу мәсьәләләре, йәғни учреждениеның, гәзиттең Уставын, Положениеһын эшләү, хәбәрселәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү өсөн бинаға ремонт үткәреү кәрәк булды. Уларҙың бөтәһе лә был вазифаға тәү башлап тотонған баш мөхәррир Сәйфулла Әмировтың иңенә ятты. Өҫтәүенә аҙнаһына өс тапҡыр гәзит сығарыуҙы ла өҫтәһәң, мәшәҡәттең, бурыстың ниндәйлеген күҙаллау ауыр түгел.
Иң тәүҙә гәзиттең стратегияһын һәм тактикаһын эшләү зарурлығы килеп баҫты. Ошо маҡсатта рухтары буйынса был тармаҡҡа яҡын кешеләр менән кәңәшләшеү өсөн «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Унда гәзиттең баш мөхәррире Сәйфулла Әмиров, район-ҡала Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Мәрйәм Күсмәева, көньяҡ төбәктең хеҙмәтте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Тимер Ниәтшин, китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина, ЗАГС бүлеге етәксеһе Фазила Мауҡаева, мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Фәнүзә Ғәлиуллина, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Юнир Кинйәбаев һәм ошо юлдар авторы ҡатнашты. Был һөйләшеү күп мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе һәм ултырыш материалы Юнир Сәмиғулла улы яҙмаһында «Көнгәк»тең 4-се һанында донъя күрҙе. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар артабан гәзиткә ныҡлы терәк-таяныс булды һәм улар мәҡәләләре, ижади әҫәрҙәре менән баҫмала йыш сығыш яһаны. Был һөйләшеү беҙҙең өсөн эш программаһы, юл күрһәтеүсе маяҡ кеүек ҡабул ителде. Йәшермәйек: гәзит сыға башлағас,бәғзе берәүҙәрҙең күңелендә бер аҙ маташырҙар ҙа ҡул һелтәрҙәр әле, тигәнерәк фекер-ҡараш та йәшәне. |
|
Подробнее...
|
ВЛАСТЬ - ХАЛЫҠ ӨСӨН
«Водоканал» йәмғиәте директоры Риф Вахитов: БР Президенты күп кенә райондарҙа һыу сығанаҡтары бысраныуына, һыу менән тәьмин итеү системаһының оҙаҡ ҡулланыуҙан туҙыуы хаҡында ла билдәләп үтте. Республиканы һыу менән тәьмин итеү комплекслы программаһы кәрәклеге хаҡында фекерҙе хуплап ҡаршы алдым. Ысынлап та, һыу - йәшәү сығанағы. Кеше өсөн таҙа һауа, һыу ни тиклем мөһим булыуын әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Тағы ла шуны әйтер инем: эре масштаблы инвестициялар индереү планлаштырыла. Был ҙур предприятиелар, бюджетҡа өҫтәмә аҡса, иҡтисади үҫештә алға китеүҙе вәғәҙә итә, тимәк, социаль хәл дә яҡшыраҡ тип өмөтләнә алабыҙ. Мөрәжәғәтнамәнең төп фекере - власть халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Президент намыҫлы, яуаплы булырға саҡырҙы. Зөлхизә ӘБДРӘЖӘПОВА. |
|
|
|
|
<< Первая < Предыдущая 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Следующая > Последняя >>
|
|
Страница 1 из 153 |